Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪЫ, йылға

Просмотров: 381

УҪЫ, йылға, Өфө й. уң ҡушылдығы. Ҡариҙел р‑ны Нәһретдин а. көньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Ҡариҙел һәм Мишкә р‑ндары сиге буйлап төньяҡтан көньяҡҡа, Ежовка а. — Благовещен р‑ны буйлап аға. Өфө й. (тамағынан 74 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 126 км, басс. майҙаны 964 км2, дөйөм түбәнәйеүе 109,7 м. Башлыса ҡатнаш туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 80 м3/с. Йылға басс. Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнбайышында һәм Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, өҫкө пермдең өфө һәм көңгөр ярустары аргилиттары, ангидриттары, гипстары, доломиттары, эзбизташтары, таш тоҙҙарынан тора. Карбонатлы асыҡ (үрге ағымында) һәм сульфатлы ябыҡ карст үҫешкән. Ландшафы ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт. Ҡушылдыҡтары: уң — Бағышлы, һул — Сиҙәш.

Т.В.Воронина

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019