УҪЫЛЫБАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
557
УҪЫЛЫБАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Уҫылы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 596 кеше; 1920 — 713; 1939 — 563; 1959 — 461; 1989 — 378; 2002 — 370; 2010 — 348 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 50 йортта 363 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. миссионер мәктәбе, бакалея кибете, ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. М.Н.Данилов-Чалдун ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: