УТАР, Баҡалы р‑нындағы ауыл
154
УТАР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 110 км алыҫлыҡта Менәнде й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 506 кеше; 1920 — 601; 1939 — 525; 1959 — 350; 1989 — 252; 2002 — 244; 2010 — 207 кеше. Керәшендәр йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 74 йортта 455 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Башҡа милләттәр өсөн мәктәп, мөгәзәй булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: