Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УТКИН Анатолий Михайлович

Просмотров: 409

УТКИН Анатолий Михайлович (2.11.1958, Өфө ҡ. — 20.5.2021, шунда уҡ), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2006), СССР‑ҙың спорт мастеры (1979). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2019). БАХИ‑ны тамамлаған (1984). Хәҙерге бишбәйге буйынса республика СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры — В.М.Зинковский). 1979 й. алып ат спорты һәм хәҙерге бишбәйге буйынса “Урожай” ДСО‑һының тренер‑уҡытыусыһы, 1984 й. башлап өлкән тренеры, 1987 й. — Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте Башҡортостан өлкә советының, 1991 й. – олимпия резервы спорт мәктәбенең өлкән тренеры (бөтәһе лә — Өфө ҡ.). Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Хәлилов, О.Н.Шакиров, ш. уҡ 20‑гә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022