Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘШЕВ Фуат Шәрип улы

Просмотров: 501

ҮТӘШЕВ Фуат Шәрип улы (12.11. 1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а., — 6.5.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. СССР‑ҙың атҡ. пилоты (1965), Аэрофлот отличнигы (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов граждандар флоты авиация мәктәбен (1940), Ленинград юғары партия мәктәбен (1957) тамамлаған. 1940 й. башлап Граждандар һауа флотында эшләй: Көнсығыш Себер идаралығының 233‑сө авиаотряды пилоты (Иркутск ҡ.); 1942 й. алып 1‑се авиатранспорт див. (Мәскәү); 1943 й. — 1‑се күсереү див. (Якутск); 1945 й. — Волга буйы идаралығында (Куйбышев ҡ.): карап командиры, 1952—55 йй. командир урынбаҫары, 1957— 58 йй. эскадрилья командиры, 1960 й. — карап командиры, пилот‑инструктор, 1961 й. — өлкән инспектор, 1962 й. — осоу‑штурман бүлеге нач., 1963—82 йй. Өфө берләштерелгән авиаотряд командиры; 1958 й. алып Поляр авиация идаралығының Чукотка авиаотряды эскадрильяһы командиры (Якутск). Граждандар авиацияһында тәүгеләрҙән булып Ан‑10, Ту‑124 һәм Ту‑134 самолёттарында осоуҙы үҙләштерә; Ү. дөйөм осошо 18 мең сәғәттән ашыу. Ү. етәкс. Өфө аэропорты төҙөкләндерелә һәм ҡала ситенә күсерелә; Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Сибай һ.б. ҡалаларҙа аэропорттар төҙөү ойошторола; тәүге тапҡыр урындағы һауа линияларында турбовинтлы Ан‑24 самолёттарын эксплуатациялау башлана, респ. грунтлы аэродромдарында самолёттарҙы ултыртыу башҡарыла. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1953) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.К.Динисламов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019