Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УФАГРАЖДАНСТРОЙ

Просмотров: 351

УФАГРАЖДАНСТРОЙ т р е с ы, ААЙ. Биналар һәм ҡоролмалар, торлаҡ һ.б. төҙөү һәм реконструкциялау м‑н шөғөлләнә. Составына 9-сы ремонт‑төҙөлөш идаралығы, 2‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы һ.б. инә. 2009 й. 110 кеше эшләгән.

1923 й. Дәүләт төҙөлөш контораһы булараҡ ойошторола, 1947 й. алып “Горжилкоммунстрой” Өфө тресы, 1964 й. “Башремстрой” тресы м‑н берләштерелгән, 1965 й. унан трестың Өфө ремонт‑төҙөлөш идаралығы айырылы сыға, уның базаһында 1‑се һәм 2‑се Өфө ремонт‑төҙөлөш идаралығы ойошторола, 1966 й. пр-тиелар берләшкәндән һуң — “Уфагорремстрой” тресы, 1987 й. башлап Өфө төҙөлөш тресы, 1990 й. — ҠП, 1991 й. алып акционерҙар пр‑тиеһы, 1996 й. — “Уфагражданстрой” акционерҙар пр‑тиеһы ААЙ, 2004 й. башлап “Уфагражданстрой тресы”. Пр‑тие тарафынан А.М.Матросов м‑н М.Х.Ғөбәйҙуллинға, Ш.Ә.Хоҙайбирҙинға һәйкәлдәр эшләнгән, Ленин мемориалы объекттары, Урыҫ драма театры төҙөлә, Опера һәм балет театры, БДУ‑ның биол. ф‑ты биналары, Еңеү паркы (бөтәһе лә — Өфө) реконструкциялана. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019