Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УФАНЕФТЕХИМ”

Просмотров: 583

“УФАНЕФТЕХИМ”, ААЙ. Углеводород сеймалын эшкәртеп төрлө маркалы яғыулыҡ һәм нефтехимия продукттарын етештерә (30‑ҙан ашыу төр продукция). Составына яғыулыҡ, газ катализы, ароматик углеводородтар, тауар, сервис производстволары инә. 2009 й. 2437 кеше эшләгән; 7,5 млн т ашыу нефть эшкәртелгән, 2,04 млн т — автомобиль бензины, 3,1 — дизель яғыулығы, 0,082 — нефть бензолы, 0,162 — ксилолдар, 0,192 — нефть битумдары, 1,071 — яғыулыҡ мазуты, 0,197 — шыйығайтылған газдар, 0,148 млн т — кокс етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1954 й. Черниковск НЭЗ‑ы булараҡ ойошторола, 1957 й. ЭЛОУ‑1 һәм АВТ‑1 нефть әҙерләү һәм уны беренсел эшкәртеү ҡулайламалары файҙаланыуға тапшырыла, 1962 й. башлап КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ы, 1992 й. алып хәҙ. исемдәге ҠП, 1993 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела илдә тәүгеләрҙән булып термик крекинг (1963), вакуумлы газойлде гидрокрекингылау (1975), катализаторҙарҙы регенерациялау (1996) ҡулайламалары, аҡһымлы‑витаминлы концентраттар етештереү тәжрибә производствоһы (1968), ароматик углеводородтар етештереү комплексы (1983), юғары майлы спирттар етештереү (1982), пиромеллит диангидриды производстволары, ароматик углеводородтарҙы герметик ҡойоу автоматлаштырылған эстакадаһы (1995) сафҡа индерелә. Пр‑тие м‑н А.Ф.Брюгеман, Д.Ф.Варфоломеев, И.В.Егоров, А.П.Зиновьев, Э.А.Круглов, М.З.Максименко, Ә.Ш.Мусин, Л.И.Осипенко, М.Ғ.Рәхимов, С.М.Сәлимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023