Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УФИМЕЦ, күк аҡтамыр сорты

Просмотров: 287

УФИМЕЦ, күк аҡтамыр сорты. 2000 йй. башында Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С. Йәнекәев, Р.Ғ.Латипов (БНИИСХ) тарафынан урындағы ҡырағай флора өлгөләрен һәм Ростовский 31 сортын яңынан ирекле һеркәләндереп алынған гибрид популяцияларҙан күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Төҙ, уртаса тығыҙлыҡтағы ҡыуаҡ. Һабағының бейеклеге 95—150 см. 40—45%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы оҙон, киң, бер аҙ төклө, күк балауыҙ ҡунығы бар. Сәскәһе һоро‑йәшел төҫтә, сәскәлеге — тар кәүшәк ике яҡлы башаҡ. Орлоғо һорғолт һары, оҙонса. 1000 орлоғоноң ауырлығы 6,5—6,8 г. Ҡышҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙарға һәм ҡоролоҡҡа бирешмәй. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 334, бесән — 100, орлоҡ — 6,5; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 10,9% сей протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1999—2001, 2003—08). РФ һәм БР б‑са ҡулланылышҡа 2010 й. индерелгән, урман‑дала һәм дала ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019