Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УФИМСКАЯ 7, һары гибрид люцерна сорты

Просмотров: 289

УФИМСКАЯ 7, һары гибрид люцерна сорты. 1981 й. Р.С.Йәнекәев, В.А.Михеев, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (БНИПТИЖиК) тарафынан Марусинская 425 сорты һәм урындағы күк люцернаның тәбиғи‑гибрид популяцияһынан күп тапҡыр киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ярым төҙ ҡыуаҡ. Һабағы ныҡ тармаҡлы, бер аҙ төклө, бейеклеге 50 — 80 см. 35 — 57%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, кире йомортҡа йәки эллипс формаһында. Сәскәһе ҡуйы йәшкелт, һары. Сәскәлеге — уртаса тығыҙлыҡтағы цилиндр һәм баш формаһындағы тәлгәш. Емеше — ураҡ һәм спираль формаһындағы ҡуҙаҡ. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,8—2,0 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, һуң өлгөрә. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 347,0, бесән — 83,4, орлоҡ — 3,6; 100 кг йәшел массала 48,0 мал аҙығы берәмеге, 4,8 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1986). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1981 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019