Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УФИМСКАЯ, фасоль сорты

Просмотров: 448

УФИМСКАЯ, фасоль сорты. 1993 й. С.Н.Сәмиғуллин (БДАУ) тарафынан Щедрая сортын урындағы популяция үҫемлектәренең һеркәһе м‑н яңынан һеркәләндереү һөҙөмтәһендә алынған гибрид популяциянан күп тапҡыр шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуаҡ булып үҫә. Һабағының бейеклеге 0,43 м тиклем. Япрағы эре, асыҡ йәшел төҫтә. Сәскәһе ваҡ, тоноҡ алһыу, сәскә һабында 1—2‑шәр урынлашҡан. Ҡуҙағы уртаса ҙурлыҡта, 3—4 орлоғо бар, бер аҙ бөгөлгән. Орлоғо тоноҡ алһыу, асыҡ шәмәхә һүрәтле, эллипс формаһында. 1000 орлоғоноң ауырлығы 267—369 г. Аҡһым миҡдары 23,6—24,5%. Йығылыу һәм ҡойолоуға бирешмәй, ҡоролоҡҡа сыҙамлылыгы уртаса. Ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Уртаса өлгөрөүсе сорт. Вегетация осоро 77—90 көн. Уңдырышлылығы – 19,4 ц/га (Дүртөйлө дәүләт сорт һынау участкаһы, 1998). БР б‑са ҡулланылышҡа 1998 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

С.Н.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019