Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УФИМСКИЙ МЕСТНЫЙ, һуған сорты

Просмотров: 354

УФИМСКИЙ МЕСТНЫЙ, һуған сорты. 1937 й. И.С.Буторин тарафынан сығарыла. Сортты яҡшыртыу б‑са эш респ. 1961—86 йй. Л.И.Мансурова (БНИИЗиС) тарафынан урындағы популяциянан киң һайлап алыу ысулы м‑н үткәрелә. Орлоҡ һабағының уртаса бейеклеге 83 см, сәскәлегенең уртаса диам. 5,0 см. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3,3—3,7 г. Һуғанбашының ауырлығы 80—85 г (350 г тиклем), башлыса йомро йәки оҙонса‑овал формаһында, алһыу йәки асыҡ һары төҫтә. Составында 8,9—9,8% шәкәр, 38—47 мг% эфир майы, 28—37 мг% С витамины бар. Һыуыҡҡа сыҙамлы сорт, уртаса һаҡлана. Вегетация осоро 90—95 көн. Аҙыҡ һуғанының уртаса уңдырышлылығы 150—180 ц/га, орлоҡтарыныҡы — 6,8 ц/га (Иглин р‑нының 20‑се партсъезд ис. к‑зы, 1968). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1965 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Л.И.Мансурова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019