Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧАЛЫ СӘНҒӘТ ҺӘМ МӘҘӘНИӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 456

УЧАЛЫ СӘНҒӘТ ҺӘМ МӘҘӘНИӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1972 й. Учалы музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2002 й. алып У.с.һ.м.у., 2012 й. — Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, 2015 й. С.Ә.Низаметдинов исеме бирелгән. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: йыр сәнғәте, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре, инструменталь башҡарыу, соц.‑мәҙәни эшмәкәрлек һәм халыҡ ижады, музыка теорияһы, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 концерт, бейеү, хореография залдары, видео‑, фонотекаһы, художество оҫтаханалары, спорт базаһы, ятағы һ.б. бар. “Элегия” вокаль, ҡурайсылар, “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре, “Семёновна” һәм “Скоморохи” халыҡ инструменттары, скрипкасылар ансамблдәре; башҡ., урыҫ халыҡ инструменттары, тынлы, эстрада оркестрҙары; академия һәм башҡ. хорҙары эшләй. Уҡыу йорто м‑н Т.Х.Ғарипова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1,9 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2009). Сәнғәт институты, Сәнғәт училищеһы, М.И.Глинка ис. Магнитогорск консерваторияһы, Салауат музыка колледжы, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Д.А.Әбүбәкеров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019