Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧАЛЫ ТАУ‑МЕТАЛЛУРГИЯ ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 427

УЧАЛЫ ТАУ‑МЕТАЛЛУРГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1959 й. Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы ҡасабаһында (хәҙ. Учалы ҡ.) Баймаҡ тау‑металлургия техникумының (ҡара: Баймаҡ тау‑механика техникумы) филиалы булараҡ асыла, 1967 й. алып У.т.‑м.т., 2014 й. башлап Учалы тау сәнәғәте колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ашнаҡсы, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү, уларҙы эксплуатациялау, компьютер системаларын программалау, кондитер, проходчик, тау ҡорамалдарын ремонтлаусы, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында үҙләштереү,  файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, электр һәм электромеханика ҡорамалдарын техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. Китапханаһы, мед. пункты, методика кабинеттары, мәғлүмәт‑хисаплау үҙәге, уҡыу залы бар. 6 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009), улар араһында И.Ә.Абдрахманов. Магнитогорск тау техник ун‑ты һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Н.Х.Ирмикимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019