Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЯҘЫТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 633

УЯҘЫТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарат а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Уяҙытамаҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1119 кеше; 1920 — 1474; 1939 — 1172; 1959 — 1106; 1989 — 597; 2002 — 557; 2010 — 593 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1748 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар килеп ултыра). 1786 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө килеп ултыра (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән). Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 11 йортта 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 656 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сана эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 һыу тирмәне, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Р.Ә.Баҙамшин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019