Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШ БЫУАТ

Просмотров: 723

ТАШ БЫУАТ, эш һәм һуғыш ҡоралдары яһау өсөн башлыса таш ҡулланылған тарихи-мәҙәни осор. Өс осорға бүлеп йөрөтөлә: палеолит, мезолит, неолит. Т.б. Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте, Гарин мәҙәниәте, Илмырҙа мәҙәниәте, Йәнгел мәҙәниәте, Соҡор мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте, Ташбулат мәҙәниәтебарлыҡҡа килә. Урта Түбә, Богдановка, Ҡыҙыл Яр II һәм IV торалары (яҡынса 100 мең йыл элек) — Т.б. Көньяҡ Уралдағы иң боронғо археологик ҡомартҡылары. БР‑ҙа Т.б. ҡараған 600‑гә яҡын ҡомартҡы асылған, уларҙың күпселеге Ағиҙел, Дим, Урал, Әй йй., Ҡарабалыҡты, Ҡарағайлы, Сауыҙ, Суртанды, Яҡтыкүл һ.б. күлдәр бассейнында тупланған. Көньяҡ Урал халҡы сеймал итеп йәшмә, саҡматаш, һәүерташ ятҡылыҡтарын һ.б. файҙаланған. Палеолитта — таштан һәм һөйәктән ябай ҡоралдар (һөңгө осо, бысаҡ, нуклеус, ҡырғыс, тишкес, чоппер, чоппинг, балта), мезолитта саҡматаш һәм йәшмә пластиналарҙан ҡоралдар (геом. микролит, бер нисә өлөштән торған ҡорал, ҡырҡҡыс, батырғыс, уҡ башағы, һөңгө осо, хәнйәр) эшләнгән, баҫым техникаһы киң ҡулланылған. Неолитта сеймал табыу шахталары, ҡорал яһау өсөн саҡматаш эшкәртеү оҫтаханалары барлыҡҡа килә (ҡара: Ҡарағайлы, Ҡара балыҡты). Таш эшкәртеүҙең шымартыу, бысыу, тишеү кеүек яңы ысулдары тарала. Таш батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡтар, ҡырғыстар, һөйәк гарпундар, энәләр табылған. Таштан яһалған ағас эшкәртеү ҡоралдары — балталар, ҡасауҙар, уймырҙар — яһалған. Т.б. торамалары һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Торлаҡ итеп ҡаялар араһындағы ек, ҡаяла соҡоп яһалған һәм бүрәнәләр м‑н ябылған өңдәр файҙаланылған, ерөйҙәр, бүрәнәнән 2 ҡыйыҡлы ярым ер өйҙәр төҙөлгән. Керамик анеолит осоронан билдәле, бәләкәй генә соҡорҙар, төртөктәр, йырып төшөрөлгән һыҙыҡтар, тешле штамп баҫып эшләнгән горизонталь һыҙыҡтар һәм вертикаль кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән осло төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Неолит осоро ҡәбере табылған: мәйет бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаһына һалып, башы м‑н төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән (ҡара: Дәүләкән). Палеолиттан алып Көньяҡ Урал халҡында анимизм, тотемизмға бәйле инициация йолаларының үҫешкән системаһы, айыу культы, дини күҙаллауҙарҙың булыуы билдәле (ҡара: Заповедный ғибәҙәтханаһы, Игнат ғибәҙәтханаһы, Иҙрис яҙыуҙары һ.б.). Халҡы һунар, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, һыйырсылыҡм‑н шөғөлләнгән. Игенселекм‑н шөғөлләнеү билдәләре күренә башлай. Һөйәктән әйберҙәр эшләү үҫеш ала. Ян м‑н уҡ ҡулланыла башлай. Неолиттың археологик мәҙәниәттәре (Ағиҙел буйы, Ташбулат һ.б.) энеолиттың археологик мәҙәниәттәре формалашыуға йоғонто яһай. Т.б. өйрәнеүселәр: О.Н.Бадер, В.Г.Котов, Л.Я.Крижевская, Г.Н.Матюшин, Ю.А.Морозов, В.Т.Петрин, В.Н. Широков һ.б.

Әҙәб.: К р и ж е в с к а я Л.Я. Неолит Южного Урала //Материалы и исследования по археологии СССР. Л., 1968. №141.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Илл.: Археологик мәҙәниәттәрҙең ареалы һәм таш быуаттың төп ҡомартҡылары: I. Палеолиттың төп ҡомартҡылары: 1 — Урта Түбә; 2 — Иҙрис яҙыуҙары; 3 — Бурановка тораһы һәм яҙыуҙары; 4 — Игнат ғибәҙәтханаһы; 5 — Заповедный ғибәҙәтханаһы; 6 — Шүлгәнташ. II. Илмырҙа мәҙәниәте ареалы. III. Илмырҙа мәҙәниәте ҡомартҡылары: 7 — Романовка торамалары; 8 — Сөн торалары. IV. Йәнгел мәҙәниәте ареалы. V. Йәнгел мәҙәниәте ҡомартҡылары: 9 — Мауыҙҙы; 10 — Йәнгел тораһы. VI. Ағиҙел буйы мәҙәниәте ареалы. VII. Ағиҙел буйы мәҙәниәте ҡомартҡылары: 11 — Дәүләкән; 12 — Мулла; 13 — Сауыҙ торалары. VIII. Ташбулат мәҙәниәте ареалы. IX. Ташбулат мәҙәниәте ҡомартҡылары: 14 — Ҡарағайлы; 15 — Морат; 16 — Сабаҡты. X. Ағиҙел мәҙәниәте ареалы. XI. Ағиҙел мәҙәниәте ҡомартҡылары: 17 — Ғүмәр тораһы II; 18 — Шишмә тораһы II; XII. Суртанды мәҙәниәте ареалы. XIII. Суртанды мәҙәниәте ҡомартҡылары: 19 — Ҡарабалыҡты; 20 — Мәсәғүт тораһы; 21 — Суртанды торалары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019