Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРАҠ, археологик ҡомартҡы

Просмотров: 372

ТОРАҠ, археологик ҡомартҡы, тимер быуаттың һәм Урта быуаттарҙың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте һ.б. мәҙәниәттәрҙең 300‑ҙән ашыу Т. табылған. Иң боронғо Т. б.э.т. 7—4 бб. ҡарай. Башлыса йылға һәм күл буйҙарында урынлашҡан. Т. майҙаны 3—7 мең м2 тәшкил итә, айырым осраҡтарҙа 27 мең м2 тиклем етә (Ҡормантау торағы). Мәҙәни ҡатлам 0,6 м ашмай. Т. ер өй һәм ярым ер өй (Яңы Турбаҫлы тораҡтары), тирмә тибындағы торлаҡ ҡалдыҡтары, мейестәр, соҡор мунсалар [Горный торағы (ҡара: Горный археологик комплексы)], хужалыҡ соҡорҙары (Яңы Турбаҫлы тораҡтары) табылған. Т. материалдары керамиканан, эш ҡоралдарынан (балсыҡ орсоҡбаш, тимер гарпун, ҡыпһыуыр, салғы, ҡармаҡ, таш тирмән, һөйәк тишкес, йәйә ҡаптырмаһы), ҡоралдан (бронза, тимер һәм һөйәктән эшләнгән уҡ башаҡтары, һөңгө остары, тимер ҡылыстар һ.б.), биҙәүестәрҙән (бронза беләҙек, көҙгө, көмөш һырға, быяла муйынсаҡ һ.б.), тәңкәләрҙән (Берек‑Алға торағы) һ.б. ғибәрәт. Т. күпселеге ҡыҫҡа ваҡыт ҡына файҙаланылған, уларҙың ҡайһы берҙәре, фараз б‑са, каруан сауҙа юлдары эргәһендә урынлашҡан (Берек‑Алға торағы). Т. өйрәнеү тимер һәм Урта быуатта йәшәгән ҡәбиләләрҙең мәҙәниәте, көнкүреше, хужалығы б‑са материалдар м‑н тәьмин итә, һөҙөмтәлә уларҙың ниндәй мәҙәниәткә ҡарағанлығын (ҡара: Археологик мәҙәниәттәр) һәм Көньяҡ Уралға килеп ултырыу этаптарын асыҡларға мөмкинлек бирә.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019