Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 726

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Табын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. һул ярындағы һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1956 й. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1978 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. Яҡынса 600 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ялан яғынан ур (оҙонлоғо 75 м, бейеклеге 2,5—3 м) һәм соҡор м‑н һаҡланған. Торлаҡтар табылмаған, 3 усаҡ ҡалдығы табылған. Керамика Ғафури тибындағы (620 һауыт; түңәрәк һәм яҫы төплө, тальк йәки ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, иңбаштары кәкерсәк, вертикаль һәм горизонталь ҡыя һыҙыҡтар, йырып төшөрөлгән өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән), Ҡара Абыҙ мәҙәниәтендәге (124; түңәрәк төплө, бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән) һауыт ярсыҡтарынан ғибәрәт. Бронза уҡ башаҡтары, таралғы, тимер уймыр, һөйәктән эшләнгән тупар балталар, тишкестәр, ҡалаҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019