Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУЛЫҠАЙ ТОРАМАҺЫ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 360

ТАУЛЫҠАЙ ТОРАМАҺЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а. көньяҡ- көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1973 й., 1975 й. Ю.А.Морозов өйрәнә. Майҙаны яҡынса 12 мең м2, 700 м2 тикшерелгән. 4 торлаҡ (оҙонлоғо 12—25 м, тәрәнлеге 0,73 м тиклем) табылған, 2‑һе өйрәнелгән. 1‑се торлаҡта (б.э.т. 14—13 бб.) — баҡыр иретеү мейесе ҡалдыҡтары, усаҡ, хужалыҡ соҡоро, 2‑сеһендә (б.э.т. 13—12 бб.; ике камералы, тип фараз ителә) 8 хужалыҡ соҡоро, ҡоҙоҡ (стеналарының аҫты таш һәм сыбыҡ м‑н нығытылған), 2 усаҡ эҙе табылған. Керамика Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Черкаскүл мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Торамала 20 меңгә яҡын әйбер, ш. иҫ. бронза бысаҡ, таш тәпкеләр, төйгөстәр, ҡайраҡтар, саҡматаштан эшләнгән бысаҡ һымаҡ пластиналар, ҡырғыстар, орсоҡбаштар, һөйәктән яһалған тупар балталар, тишкестәр, ауыҙлыҡтар, шлак ҡалдыҡтары табылған. Халҡы һыйырсылыҡ, һунар, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, металл эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. Т.т. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019