Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛИПОВ Рифҡәт Фаат улы

Просмотров: 455

ТАЛИПОВ Рифҡәт Фаат улы (16.5.1957, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Сорочинский ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1993—94 йй. Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда лаб. мөдире; 2001 й. башлап биоорганик химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2000—11 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, 2012 й. алып органик һәм биоорганик химия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге гетероциклик берләшмәләр химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Т. тарафынан Принс реакцияһы продукттары барлыҡҡа килеү механизмы өйрәнелә, α‑алкендар нигеҙендә гидрирланған фурандар алыу ысулы тәҡдим ителә, 4,4‑диметил‑1,3‑диоксан (изопрен производствоһы ярымпродукты) селектив синтезы катализаторҙары, 3‑тетрагидрофуранол нигеҙендә үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр, ш. иҫ. рифтал һәм тетрафур препараттары, уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Синтез ди‑ и тетрагидропиранов по реакции Принса в среде трифторуксусной кислоты //Журнал органической химии. 1993. Т.29. №5 (авторҙ.); Синтез β‑замещённых тетрагидрофуранов по реакции Принса //Химия гетероциклических соединений. 1995. №5 (авторҙ.).

Ф.З.Ғәлин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019