Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОМАР-ҮТКӘЛ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 415

ТОМАРҮТКӘЛ, бронза быуаты— Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Соль‑Илецк р‑ны Томар‑Үткәл а. тирәһендә Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. 19 б. аҙ. Ф.Д.Нефёдов тарафынан асыла, 1956 й. К.Ф.Смирнов, 1983 й. В.С.Горбунов, В.А.Иванов, 1986—87 йй. О.И.Порохова тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 10‑дан ашыу ҡурғанлы төркөмдән тора. Тикшерелгән ҡәберҙәрҙең төп өлөшө (Т.‑Ү. VII, VIII) Соҡор мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр ҡурғандар (диам. 20—40 м, бейеклеге 0,5—3 м) аҫтында, төптәренә үлән септә түшәлгән 2 м тәрәнлектәге ҡәбер соҡорҙарында (ҡайһы берҙәренең периметр б‑са тупһалары булған) бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаһына һалып, башы м‑н күбеһенсә көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика тешле һәм баулы штамп эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә таштан (төйгөстәр, ҡырғыстар, пластиналар), һөйәктән (муйынсаҡтар, тире иләү өсөн тупар ҡырғыстар, төйрәүес‑бетеү һ.б.), баҡырҙан (балталар, уймырҙар, ҡасауҙар, беҙҙәр, бысаҡтар, биҙәүестәр) эшләнгән әйберҙәр табылған. Кешеләрҙе ҡорбан итеү (ҡара: Ҡорбан килтереү) эҙҙәре асыҡланған. Абаш мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте ҡурғандарында ҡаҙылған ҡәберҙәр осрай; 4 ҡурған Урта быуаттарға ҡарай. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, Ырымбур тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: С м и р н о в К.Ф. Сарматы на Илеке. М., 1975; М о р г у н о в а Н.Л., К р а в ц о в А.Ю. Памятники древнеямной культуры на Илеке. Екатеринбург, 1994.

Н.Л.Моргунова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019