Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАПТЫКОВ ҠАЛАСЫҒЫ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 319

ТАПТЫКОВ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 7—8 бб. ҡарай. Өфө р‑ны Таптыков а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярындағы бейек моронда урынлашҡан. 1962 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1983 й., 1985—86 йй. И.М. Аҡбулатов өйрәнә. 600 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ялан яғынан 2 ур (эске урҙың оҙонлоғо 50 м, киңлеге 5 м, бейеклеге 1,5 м) һәм соҡорҙар м‑н һаҡланған; ҡаҙып ултыртылған бағаналар, эс яҡтан балсыҡ тултырылып, өҫтө-өҫтөнә һалынған бүрәнәләр м‑н нығытылған. Балсыҡ ҡоролма ҡалдыҡтары һәм усаҡ, 12 хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика башлыса ауыҙҙары, ҡорһағы йәки муйыны тирәләй ҡыя һырҙар, ҡабарынҡы биҙәк төшөрөлгән һәм бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған түңәрәк төплө көршәк һымаҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Т.ҡ. ш. уҡ һөйәк уҡ башаҡтары, йәйә өсөн пластиналар, таш һәм балсыҡ орсоҡбаштар, шлак ҡалдыҡтары, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: А к б у л а т о в И.М. Керамика Таптыковского городища эпохи раннего средневековья //Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.

Н.М.Аҡбулатов  

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019