Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРМОРЕАКТИВ ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 330

ТЕРМОРЕАКТИВ ПОЛИМЕРҘАР, р е а к т о п л а с т а р, полимер ялғанғанда (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) йәки ҡатҡанда өс үлсәмле структуралар барлыҡҡа килтереүсе реакцияға һәләтле олигомерҙар (ыҫмалалар) нигеҙендәге пластик массалар. Тулыландырылған, дисперслы‑тулыландырылған, тулыландырылмаған Т.п.; олигомерҙар тибы б‑са фено‑ (фенол‑формальдегид ыҫмалалары нигеҙендә), амино‑ (мочевина‑, меламин‑формальдегид ыҫмалалары), эпокси‑ (эпоксид ыҫмалалары), эфиро‑ (акрил олигомерҙар), имидо‑ (олигоимидтар, имид барлыҡҡа килтереүсе мономерҙар ҡатышмаһы) пластар һ.б. айырыла. Физик‑механик, эксплуатация үҙенсәлектәре полимерҙың тибына, составына, тултырғысҡа, модификациялаусы ҡушылмаларға, уларҙың ҡатыу шарттарына бәйле. Т.п. эремәй, ҡуйы ағыусан хәлдә булмай. Төп өҫтөнлөктәре — бәйләүсенең һеңдереү, еүешләү һәләттәрен, ҡуйылығын көйләү мөмкинлеге. Ҡатҡанда күләмле усадка, осоусы матдәләр бүленеүе һөҙөмтәһендә форма боҙола һәм тотороҡло булмай, изделиелар ватылыусанға әйләнә, уларҙы формалау ваҡыты оҙоная. Ҡатыуҙың һуңғы стадияларында ҡабаттан формалап булмай; түбән т‑рала деталдәрҙе химик иретеп йәбештерергә, аҙыраҡ форма бирергә мөмкин. Дисперслы‑тулыландырылған Т.п. эшләнгән изделиелар компрессион, ҡойоп преслау, баҫым аҫтында ҡойоу, ҡайһы берҙә формаларға ҡойоу һ.б.; арматураланғандарҙан — сырмау, ҡаплау, тартыу; “ҡоро” тултырғыстан эшләнгән изделиелар вакуумлап, баҫым аҫтында бәйләүсене һеңдереү ысулдары м‑н формалаштырыла; артабан ҡатырып форма нығытыла. Т.п. эшләнгән деталдәр йәбештерелә, механик рәүештә тоташтырыла. Айырым йәки композияцияла бәйләүселәр, лак һәм лак‑буяу материалдары, герметиклаштырыусы составтар, композицион материалдар һ.б. итеп ҡулланыла. Башҡортостанда Т.п. эшләнгән сеймалды (мочевина‑, меламин‑, фенол‑формальдегид ыҫмалалары) һәм изделиеларҙы “Салаватстекло”, “СТЕКЛОНиТ”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы ААЙ‑лары, “ПОЛИСТЭК” һәм “ПромПолимер” ЯСЙ‑лары (икеһе лә — Өфө) файҙалана. Эпоксид ыҫмалалары 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ‑нда сығарыла.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019