Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНИК УГЛЕРОД

Просмотров: 358

ТЕХНИК УГЛЕРОД, ҡ о р о м, углеводородтарҙың термик, термоокисланған тарҡалыуының юғары дисперслы продукты. Каналлы йәки диффузион, мейес, термик; актив, ярым актив һәм активлығы аҙ булған Т.у. айырыла. Составында углерод 90%‑тан ашыу, кислород 5—10%, водород 0,8%‑ҡа тиклем, көкөрт 1,1%‑ҡа тиклем, минераль ҡушылмалар 0,45%‑ҡа тиклем. Ҡара төҫтәге шар һымаҡ өлөшсәләр төрлө дәрәжәлә тәртипкә һалынған графит структураһына оҡшаш булған дисперслы берәмектәргә берләштерелә. Үҙенсәлектәре (өлөшсәләрҙең уртаса диам. 10—50 нм, ысын тығыҙлығы 1750— 2000 кг/м3, өйөп яһалған массаһы 100—350 кг/м3, сағыштырмаса адсорбция йөҙө 10—1000 м2/г, структуралығы 20— 400 см3/100 г) сеймал (углеводород газдар, ацетилен, нефтехимия, коксохимия производстволарының ныҡ ароматланған фракциялары) сифатына, алыу ысулына (термик — углеводород сеймалын 1300—1400 °С һауа индермәйенсә пиролизлау, мейес — углеводород сеймалының 1200—1250 °С тулыһынса янмауы, плазмохимик — ацетилендың шартлап тарҡалыуы; метан электрокрекингы ваҡытында, ацетилен алғанда һәм яғыулыҡтарҙы газға әйләндергәндә өҫтәмә продукт) бәйле. Резиналар һәм резина‑техник изделиелар (Т.у. 90%‑тан ашыу), пластик массалар, лак һәм лак‑буяу материалдары, линолеум, ҡайһы бер иретмәләр, ҡағыҙ сорттары, асбест-техник изделиелар һ.б. етештергәндә; полиграфия, кабель сәнәғәттәрендә һәм төҙөлөштә — пигмент, электр техникаһы сәнәғәтендә электрод булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда 1958 й. алып Туймазы ҡором з‑ды (ҡара: “Туймазытехуглерод”) ПГМ‑33 маркалы Т.у., 60‑сы йй. аҙ. — ПМ‑15 маркалы, 1984 й. — гранулалы Т.у.; 90‑сы йй. башлап N‑550, П‑514, П‑701, П‑705, П‑803, П‑805S, Т‑900 маркалы Т.у. (1991 й. 64,2 мең т) сығара. Сеймалы — Туймазы газ эшкәртеү заводының, Шкапов газ эшкәртеү заводының бензины айырып алынған нефть эйәрсен газы; Башҡортостан нефтехимия компанияһының термогазойле (термик крекингтың ныҡ ароматланған дистиллят продукты); “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ААЙ‑ның термогазойле, пиролиз ыҫмалаһы; “Каучук” ЯАЙ‑ның эшкәртелгән шыйыҡ углеводородтары. Төп ҡулланыусылары — БР (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, Өфө лак-буяу заводы, “Каучук”, “Уфаоргсинтез” ААЙ һ.б.), РФ, Белоруссия, Германия, Польша, Украина, Үзбәкстан, Һиндостан пр‑тиелары. 60‑сы йй. Өфө НЭЗ‑ының тәж.‑тикшеренеү цехында нефть сеймалының майлы экстракттарынан термогазойль (А.Ф.Махов, Ю.И.Сыч һ.б.), Салауат нефтехимия комб‑тында каталитик крекингтың вакуум газойлен (А.А.Гонсалес, В.В. Полетаев, А.С.Вивьер һ.б.), 90‑сы йй. ӨДНТУ‑ла (Р.Н.Ғимаев) һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ында (Ғ.Ғ.Теләшев) термополиконденсация һәм вакуумда ҡыуыу процестары м‑н бер үк ваҡытта барған термик крекингтың дистилляттарынан вакуум термогазойле алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. БДУ‑ла яна торған мазуттың пиролиз ыҫмалаһы м‑н ҡатышмаһынан Т.у. алыу технологияһы уйлап табыла (Э.З.Мөхәмәҙиев), активлығы аҙ булған Т.у. алыу процесының матем. моделе эшләнә (Ғимаев, Р.Р.Ғәлиев, Мөхәмәҙиев); ӨДНТУ м‑н берлектә уны акустик техника ҡулланып етештереүҙең технологияһы камиллаштырыла (И.Г.Арыҫланов, Ғимаев, Р.К. Зарипов, Р.Ш.Мофазалов).

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019