Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ КИСЛОТАЛАР

Просмотров: 307

ТӘБИҒИ КИСЛОТАЛАР, үҫемлектәрҙә булған органик кислоталар. Т.к. алифатик (туйындырылған һәм туйындырылмаған) һәм ароматик (гидроароматик һәм феноллы) рәтендәге органик к‑талар; ароматик Т.к. оксибензой (n‑оксибензой, салицил, β‑резорцил, протокатех, гентизин, ванилин, галл, сирень к‑талары), мүк (6‑метилрезорцил йәки орселлин к‑талары сығарылмалары), оксидәрсен (n‑кумар, ҡәһүә, ферула һәм синап к‑талары) һ.б. к‑талар инә. Т.к. башлыса сығарылмалар сифатында, биосинтез продукттары составында, ҡайһы берҙә индивидуаль берләшмәләр рәүешендә осрай. Биол. активлыҡҡа эйә: оксидәрсен к‑талары үҫемлектәрҙең фитопатогендарға тотороҡлоғон билдәләй, ҡәһүә к‑таһы орлоҡтарҙың шытыуын, уның сығарылмалары липидтарҙың перекись ярҙамында окисланыуын (аскорбин к‑таһынан һөҙөмтәлерәк), фенол к‑талары — тамыр күҙәнәктәренә органик булмаған фосфаттарҙың, калийҙың һ.б. тупланыуын тотҡарлай. Составында Т.к. булған үҫемлектәр мед. антиоксидант, антиагрегант, шештәргә ҡаршы саралар итеп, мүк к‑талары — парфюмерия сәнәғәтендә, Evernia prunastris (“имән мүге”) мүгенән алынған к‑талар комплексы иң яҡшы сортлы хушбуй эшләүҙә ҡулланыла. Башҡ‑н флораһы составында Т.к. булған үҫемлектәргә бай: ҡымыҙлыҡтарҙың, талдың, миләүшәнең төрлө төрҙәре, ш. уҡ ҡуйы ҡыҙыл энәлек, ябай имән, мурт эт муйылы, биш айырсалы арыҫлан ҡойроғо, ат ҡуҙғалағы һ.б. бар. 20 б. 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (Ю.А.Сангалов) сайыр составындағы тәбиғи ыҫмала к‑таларының (изомерлы туйындырылмаған өс цикллы C19H29COOH к‑талары, башлыса абиетин һәм левопимар к‑таһы) ҡатышмалары һәм уларҙың техник химияла, полимерҙар химияһында ҡулланыла алыуы өйрәнелә. Ағас онон һәм кальций карбонатын ыҫмала к‑талары м‑н термохимик эшкәртеү уларҙың гидрофоблыҡ, хемототороҡлолоҡ үҙенсәлектәрен күпкә яҡшырта, хемототороҡло ҡатмай торған герметиктар, нефть һәм нефть продукттары сорбенттары сифатында һөҙөмтәле ҡулланыуға булышлыҡ итә. Ыҫмала к‑таларының специфик үҙсәнлектәре һыуҙағы кире эмульсиялар (биол. активлыҡ), энтомологик елемдәр (йәбешкәклек), сургуч массаһы һ.б. кеүек препаратив формаларҙы булдырыр өсөн ҡулланыла башлай. Урман культуралары һәм культуралы үҫемлектәрҙе һаҡлауҙа, почта корреспонденцияларын эшкәрткәндә уңышлы һынауҙар үткән композициялар тәҡдим ителгән. 90‑сы йй. аҙ. БДМУ‑ла (Ғ.Ғ. Шәйҙуллина һ.б.) БДУ м‑н берлектә (Р.М.Бәширова һ.б.) эхинацея, азия меңъяпрағында һ.б. оксидәрсен к‑таларын билдәләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: К р е т о в и ч В.Л. Биохимия растений. М., 1980.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019