Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ СПИРТТАР

Просмотров: 390

ТӘБИҒИ СПИРТТАР. Ирекле хәлдә йәки ҡатмарлы эфирҙар рәүешендә үҫемлектәрҙә таралған. Мәҫ., майҙар глицерин; балауыҙҙар — юғары алифатик спирттарҙың эфирҙары; фенилэтил спирты һәм ментол — ярашлы рәүештә әлморон һәм бөтнөк эфир майҙарының ҡушма өлөшө; цетил, мирицил һәм ҡайһы бер Т.с. бал ҡорто балауыҙынан бүлеп алынған, бензил спирты йәсмин сәскәһе майында бар. Япраҡтан алынған алкоголь (гексен‑3‑ол) — ҡуйы төҫһөҙ шыйыҡса — шыйығайтылған хәлдә яңы үлән еҫле, tҡайнау 156—157°С, тығыҙлығы 850 кг/м3; этил спиртында, пропиленгликолдә, минераль майҙарҙа һ.б. органик эреткестәрҙә эреүсән, һыуҙа насар эрей. Цис‑ һәм транс‑изомерҙар рәүешендә була. Яңы ферментацияланған сәй япраҡтарынан йәки йәшел сәйҙең яңы япраҡтарынан ҡыуып алынған эфир майы составының төп өлөшө (25 — 35%) күп емештәрҙә, үҫемлектәрҙә бар. Башҡа гексиллы туйындырылмаған спирттар һәм уларҙың ҡатмарлы эфирҙары эфир майҙарында (яңы сабылған үлән еҫе бирә), октанол — ирекле һәм бәйләнешле хәлдә балтырған (шыйығайтылған хәлдә әлморон йәки әфлисун еҫен хәтерләткән емеш‑кәнфит еҫле) эфир майында, октенол‑3 — бәшмәктәрҙә (характерлы бәшмәк еҫе бирә), чабер, ҡанүлән, бөтнөк, лаванда эфир майҙарында осрай. Гексен‑3‑ол 3‑гексинолды селектив гидрирлау, 2‑метил-5,6‑дигидро‑2H‑пиранды (пиперилен һәм параформдан синтезлайҙар) ҡайтарыулы тарҡатыу юлдары м‑н алына. Башҡортостанда Т.с. аҙыҡ‑түлек сәнәғәте пр‑тиеларында аҙыҡ‑түлек эссенцияһы компоненты итеп, парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә — парфюмерия композициялары төҙөр өсөн ҡулланыла.

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019