Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ

Просмотров: 359

ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ, ДУП. Үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын, биологик препараттар, присадкалар, коррозия ингибиторҙарын, дарыуҙарҙы эшләү, уларҙың технологияларын һынау һәм аҙ күләмдә етештереү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Завод составына тәж.‑производство цехы, фәнни‑производство һәм микробиология лаб., проект‑конструкторлыҡ бүлеге, ремонт‑транспорт хеҙмәте, санитария лаб. инә. Ҡала ситендәге ял итеү базаһы бар. 2005 й. 250 кеше, 2007 й. — 165, ш. иҫ. 2 доктор һәм 2 фән кандидаты эшләгән; 2004 й. 1431 т, 2005 й. — 1458 т, 2007 й. — 960 т продукция етештерелгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — а.х. тауарҙары етештереүселәр, фарм. һәм нефть сәнәғәте пр‑тиелары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошмалары һ.б. 1993 й. Бөтә союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының (ҡара: Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты) эксперименталь з‑ды базаһында БР ФА‑ның Т.з. булараҡ ойошторола. 2000 й. алып хәҙ. статусын ала. Заводтың ҡорамалы “ТехноХимСинтез заводы” ЯСЙ‑нда (Өфө) ҡулланыла. Биклон, нитран, витал, диален, агрон киң спектрлы пестицидтар; фунгицид һәм тирам орлоҡ ағыулағысы; ленойл‑Ж, ленойл СХП, елена, азолен биологик препараттары; коррозия ингибиторҙары; Ялан күбекләндергесе; Нефтехим‑Б присадкаһы; аминолон дарыуы, дарыу өсөн сеймал эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 2,4дихлорфеноксиуксус кислотаһы алыу технологияһы халыҡ‑ара стандарттарға тап килә һәм ҡалдыҡһыҙ технологияға яҡын. Завод м‑н О.Н.Логинов, А.М.Назаров, В.Д.Симонов эшмәкәрлеге бәйле.

О.Н.Логинов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019