Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРБИН МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 381

ТУРБИН МӘҘӘНИӘТЕ, С е й м а - Т у р б и н  м ә ҙ ә н и ә т е, энеолитбронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 17—15 бб. ҡарай. Турбин ҡәберлектәре исеме м‑н аталған. “Т.м.” исеме файҙаланылмай, Т.м. ҡомартҡыларын билдәләү өсөн Е.Н.Черных, С.В.Кузьминых “Сейма‑Турбин трансмәҙәниәт феномены” терминын индергән. Ҡомартҡылар ҡурғанһыҙ ҡәберлектәрҙән, хазиналарҙан, айырым табылдыҡтарҙан ғибәрәт; торамалар табылмаған. Ҡәберлектәрҙә (кенотафтар, тип фараз ителә) йыш ҡына һөлдәләр булмай. Ҡәберҙәрҙә ҡорал (бронза кельт‑балталар, һөңгө остары, бронза һәм таш бысаҡтар, бронза, таш һәм һөйәк уҡ башаҡтары, һөйәк һуғыш ҡоралдары), эш ҡоралдары (саҡматаш ҡырғыстар, бронза ҡасауҙар, ҡармаҡтар), биҙәүестәр (бронза сикә суҡтары, сулпылар, бронза һәм көмөш беләҙектәр, нефрит балдаҡтар) табылған; ҡәбер соҡорҙары төбөнә һәм стеналарына ҡаҙалған һөңгөләр һәм кельт‑балталар, керамиканың булмауы үҙенсәлекле һыҙат булып тора. Кузьминых, Черных һ.б. фекеренсә, Т.м. ҡәбиләләре Алтайҙың урман‑далалы тау итәктәрендә ойошоп, артабан өс өлөшкә бүленгән һәм көнбайышҡа күсенгән: бер өлөшө Көньяҡ Урал буйлап үткән һәм башлыса Кама й. урта ағымында төпләнгән, Абаш мәҙәниәте (Турбин, Усть‑Гайвен ҡәберлектәре һ.б.) халҡы м‑н бәйләнеш тотоуы асыҡланған; икенсе өлөшө Урта Волга буйына, Кама, Ока йй. урта ағымына килеп ултырған, Бура мәҙәниәте, Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге халҡы м‑н бәйләнештәре билдәле; өсөнсө өлөшө Урал й. урта ағымын аша сығып, Печора й. (Кан мәмерйәһе һ.б.) буйына таралған. Металл эшкәртеү хужалыҡтың төп тармағы булған. Т.м. өйрәнеүселәр: А.В.Шмидт, О.Н.Бадер, Р.Д.Голдина, Кузьминых, Черных һ.б.

Әҙәб.: Турбин ҡәберлектәре мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019