Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРБИН ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 321

ТУРБИН ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ, С е й м а ‑ Т у р б и н ҡ ә б е р л е к т ә р е, бронза быуаты археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 17—15 бб. ҡарай. Төркөмләп түбәндәге терр‑яларҙа урынлашҡан: 1) Ока й. (Волга й. ҡушылдығы) басс.; 2) Кама й. түбәнге ағымы; 3) Каманың урта ағымы; 4) Омь й. (Иртыш й. ҡушылдығы) тамағы; яҡынса 3 млн м2 ергә таралған. Турбин а. (хәҙ. Пермь ҡ. эсендә), Сейма ст. (Володарск ҡ.), Решное (Түб. Новгород өлк. Выкса р‑ны), Ростовка (Омск өлк. ш. уҡ исемле р‑ны) янындағы ҡәберлектәр һ.б. (Иҫке Нуғай ҡәберлеге, тип фараз ителә) иң мөһим ҡомартҡылар иҫәбенә инә. Турбин I һәм Турбин II ҡәберлектәрендә ҡорал (бронза кельт-балталар, бысаҡтар, һөңгө остары, хәнйәр), баҡыр ҡойоу ҡалдыҡтары һәм һыныҡтары, ҡойоу формалары, төрлө биҙәүестәр (бронза сикә суҡтары, беләҙектәр) табылған. Ростовка ҡәберлегендә бронза кельт‑балталар, һөңгө остары, бысаҡтар, хәнйәрҙәр, арҡыры балта һәм ҡасауҙар, беҙҙәр; бронза, алтын, нефрит, лазурит биҙәүестәр табылған. Ҡойоусылар ерләнгән, тип фараз ителгән (тальктан һәм балсыҡтан эшләнгән ҡойоу формалары табылған) 2 ҡәбер айырылып тора. Т.ҡ. халҡы Никольск, Таш ҡаҙған рудниктарында сығарылған баҡыр, көмөш, Мәғдәнле Алтайҙа табылған аҡ ҡурғаш м‑н файҙаланған.

Әҙәб.: Б а д е р О.Н. Древнейшие металлурги Приуралья. М., 1964; Ч е р н ы х Е.Н., К у з ь м и н ы х С.В. Древняя металлургия Северной Евразии (сейминско‑турбинский феномен). М., 1989.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019