Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРНАЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 379

ТОРНАЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡтың башы, б.э. 13—15 бб. археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Торналы а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы Ҡалатау морононда урынлашҡан. 1964 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй., 1971 й., 1980 й. тикшерелә. 900 м2 яҡын ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ялан яғынан 3 ур (оҙонлоғо 20—26 м, киңлеге 4—8 м, бейеклеге 0,4—2,1 м) һәм соҡорҙар (тәрәнлеге 0,4—1,2 м, киңлеге 1—2 м) м‑н һаҡланған. Балсыҡ һыланған ситән стеналы ярым ер өйҙәрҙән торған 6 торлаҡ эҙе табылған; торлаҡтар ағас таяуҙарға ултыртылған мейес м‑н йылытылған. Керамика тальк ҡушып балсыҡтан яһалған, ауыҙ тирәләй оҙонса түңәрәк соҡорло биҙәк һәм йырып төшөрөлгән өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән Горохов мәҙәниәте, түңәрәк төплө, эре ҡом ҡушып балсыҡтан эшләнгән, ауыҙ тирәләй ҡыҫҡа һырҙар м‑н биҙәлгән Урта быуат һауыттарынан, ш. иҫ. төҫлө глазурь м‑н ҡапланған балсыҡ һауыт ярсыҡтарынан, ғибәрәт. Алтын Урҙа осороноң көмөш тәңкәһе, тимер бысаҡтар, ураҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар, һөйәк тишкестәр, түңәрәк бронза көҙгө, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы иртә тимер быуат һәм Урта быуат ҡәбиләләренең, ш. уҡ, фараз б‑са, боронғо башҡорттарҙың Әй һәм Йүрүҙән йй. басс. килеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019