Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УДЕЛЬНО-ДЫУАНАЙ ТОРАМАҺЫ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 674

УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ ТОРАМАҺЫ, һуң бронза быуаты, иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12—8 бб., б.э. 3—8 бб. ҡарай. Благовещен р‑ны Удельно‑Дыуанай а. көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1958 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1965 й. А.Х.Пшеничнюк, 1966 й., 1971 й. И.Б.Васильев, Г.И.Матвеева, 1984 й. М.Ф.Обыдённов өйрәнә. Яҡынса 250 м2 ер ҡаҙылған. Ярым ерөйрәүешендәге торлаҡ, 9 бағана соҡоро (уларҙың 6‑һы торлаҡтың периметры буйлап урынлашҡан); 2 хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика Бахмут мәҙәниәте һауыттарынан (ваҡ таш һәм ҡом ҡушып эшләнгән, ҡорһағы бәләкәй соҡорло биҙәк төшөрөлгән, осло, оҙонса һыҙаттар м‑н биҙәлгән һәм биҙәкһеҙ), Ҡараяҡуп мәҙәниәте (ҡом ҡушылған; ауыҙы тирәләй осло һыҙаттар, тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән), Ҡормантау мәҙәниәте (ҡабырсаҡ онтағы ҡушылған; муйыны һәм ҡорһағының юғары өлөшө ҡыя, кәкерсәк һыҙыҡтар, өсмөйөштәр, флагтар, түңәрәк соҡорҙар м‑н биҙәлгән), Межа мәҙәниәте (ҡабырсаҡ онтағы ҡушылған; муйыны һәм ҡорһағы ҡыя, кәкерсәк һыҙыҡтар, штрихтарҙан торған һыҙаттар м‑н биҙәлгән) һауыттарҙан ғибәрәт. Торамала 3700‑гә яҡын табылдыҡ, ш. иҫ. таш ҡырғыстар, уҡ башаҡтары, бысаҡ һымаҡ пластина, осланған һөйәктәр, беҙҙәр, тишкестәр, арҡыры балта, балсыҡтан һәм тальк ташынан 2 ҡойоу формаһы табылған. Халҡы һыйырсылыҡ һәм һунар м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары БДУ фондында һаҡлана.

Әҙәб.: И в а н о в В.А., О б ы д ё н н о в М.Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019