Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛАҠ I, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 438

УЛАҠ I, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. — ш. уҡ мең йыллыҡтың уртаһына ҡарай. Баймаҡ р‑ны Байыш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Улаҡ шишмәһенең (Оло Урғаҙа й. ҡушылдығы) уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1996 й. Н.С.Савельев тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 2003 й. В.Г.Котов, Савельев тикшерә. Торама (майҙаны 1,5 мең м2) ур (диам. 90 м, бейеклеге 0,15—0,85 м, киңлеге 22 м тиклем) м‑н уратып алынған, төньяҡтан дренаж канауы (оҙонлоғо 220 м, киңлеге 1,5—2 м, тәрәнлеге 0,2—0,6 м), ялан яғынан соҡор (киңлеге яҡынса 5 м, тәрәнлеге 0,1—0,15 м) м‑н һаҡланған, торама ҡапҡаһы көнбайыштан булған. Көнсығыштан урға түңәрәк таш ҡойма (диам. 20 м, киңлеге 2 м тиклем) килеп ҡушыла, ул торамаға 2 таш стена (оҙонлоғо 9 һәм 18 м, бейеклеге 0,2 м) м‑н тоташа. Башлыса тура мөйөшлө 28 торлаҡ нигеҙе табылған, уларҙың 16‑һы радиаль, 6‑һы диагональ б‑са, 3‑өһө төньяҡ‑көнбайышта, 3‑өһө урҙың тыш яғынан ишек янында урынлашҡан. Шулай уҡ тура мөйөш, түңәрәк формаһындағы 16 таш түшәмә, 2 таш плита, һынташтар табылған, тип фараз ителә. Керамика Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәте һауыттары фрагменттарынан ғибәрәт. Ҡомартҡының Көньяҡ Урал аръяғы далаларындағы нығытылған торамалар (Арҡайым, Һынташты һ.б.) м‑н оҡшашлыҡтары бар. Материалдар Ғилми‑производство үҙәгендә һаҡлана.

Әҙәб.: С а в е л ь е в Н.С., Я м и н о в А.Ф. Улак‑1 – новое укреплённое поселение эпохи бронзы в Башкирском Зауралье //Народы Южного Урала и их соседи в древности и средневековье. Уфа, 2004.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019