Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛЕНДЕЕВА Анна Дмитриевна

Просмотров: 425

УЛЕНДЕЕВА Анна Дмитриевна (17.8.1941, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кривой Ключ ҡсб), химик‑ технолог. Химия ф. д‑ры (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1959 й. алып Салауат икмәк з‑дында, 1963 й. — 18‑се комб‑тта (Салауат ҡ.) эшләй; 1965—2006 йй. Органик химия ин‑тында: 1980 й. башлап өлкән, 2000 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре РФ һәм Ҡаҙағстан нефттәрендәге сульфоксидтарҙы, сульфондарҙы, кремний һәм алюмин оксидтары өҫкө йөҙө химияһының көкөрттөң төрлө берләшмәләренең тәьҫир итеү механизмына йоғонтоһон тикшереүгә арналған. У. тарафынан көкөрт органик берләшмәләрҙе һәм ҡайһы бер металдарҙы бүлеп сығарыу, айырып алыу һәм анализлау ысулдары; сәнәғәт ағынты һыуҙарында ауыр металдарҙы туплаусы модификацияланған сорбенттар тәҡдим ителә. У. ҡатнашлығында көкөртлө водородты, углеводород сеймалының дисульфидтарын меркаптан һыҙлаштырыу һәм алып ташлау, ш. уҡ кетондарҙы алкилтиометиллаштырып нефть, газ эшләп сығарыуҙың эшкәртелгән сульфид‑һелтеле эретмәләренең фәнни нигеҙҙәре булдырыла; алифатик рәт кето‑ һәм дикетосульфидтарын, тиамоно‑, тиабицикландар һәм уларҙың сығарылмаларын йүнәлешле синтезлау ысулдары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Меркаптаны нефти и газоконденсатов. Уфа, 2014. (авторҙ.).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019