Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УНГЕР Феликс Гергардович

Просмотров: 380

УНГЕР Феликс Гергардович (27.3. 1937, Украина ССР‑ы Тиге а.), инженер‑электрик. Химия ф. д‑ры (1984), проф. (1988). Урал политехник ин‑тын (Свердловск ҡ., 1964) тамамлаған. 1959 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй. 1964 й. башлап Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — сектор етәксеһе, 1969 й. — масс‑спектрометрия һәм радиоспектроскопия лаб. мөдире. 1986 й. алып бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап СССР ФА Себер бүлексәһенең Нефть химияһы ин‑тында (Томск ҡ.) баш ғилми хеҙм‑р, 2012 й. тиклем Томск ун‑тының физик һәм коллоид химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре электрон‑парамагнит резонанс, ядро‑магнит резонанс, рентген дифракцияһы, масс‑спектрометрия ысулдары м‑н дисперслы нефть системаларын, ыҫмалаларҙы, асфальтендарҙы тикшереүгә; нефть сеймалын эшкәртеү технологияһына арналған. У. тарафынан парамагнетизм табыла, дисперслы нефть системаларының, һыу ҡатылығы тоҙҙарының спин тәбиғәте, нефтле һ. б. файҙалы ҡаҙылмалы ятыштар барлыҡҡа килеү механизмы билдәләнә. Дисперслы нефть системаларының парамагнит молекулалары физик химияһы б‑са ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыусы (1984). 900‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Квантовая механика и квантовая химия, или введение в спиновую химию. Томск, 2010; Наносистемы, дисперсные системы, квантовая механика, спиновая химия. Томск, 2010 (авторҙ.); Фундаментальные и прикладные результаты исследования нефтяных дисперсных систем. Уфа, 2011.

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019