Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВ Риф Мөҙәрис улы

Просмотров: 393

УСМАНОВ Риф Мөҙәрис улы (25.2. 1941, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны, Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1992). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлаған (1969). 1962—64 йй. Өфө синтетик спирт з‑дында эшләй. 1968 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында: 1978 й. — 39‑сы цехтың тикшеренеү лаб. мөдире, 1980 й. — 9‑сы цех нач., бер үк ваҡытта техник контроль бүлеге нач., 1983 й. — партия ком‑ты секретары, 1984 й. алып баш инженер. 1995 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында техник дир., 1997 й. — “Башкирэнерго” Сауҙа‑производство пр‑тиеһының (Өфө), 1999—2001 йй. “Сибур” акционерҙар компанияһының (Мәскәү) дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү мәсьәләләренә арналған. У. ҡатнашлығында тура ҡыуылған дизель фракцияһын, составында 0,05% һәм 0,02% тиклем көкөрт булған, махсус катализаторҙарҙа гидротаҙартыу һәм гидрирлау ҡулланып масса б‑са ярашлы рәүештә составында 20 һәм 10%‑тан кәмерәк ароматлы углеводородтар булған каталитик крекингтың еңел газойле м‑н ҡатышмаһын дизель яғыулығына (Өфө һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ында индерелгән); вакуум газойле гидрогенизаттары — гидротаҙартыу, каталитик һәм термик крекинг, кокслаштырыу нигеҙендә 0,8% тиклем көкөртө булған нефть ҡалдыҡтарын анизотропик структуралы коксҡа эшкәртеү (Яңы Өфө НЭЗ‑ында һыналған) технологиялары булдырыла. 60 фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019