Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘХРЕТДИНОВ Ривал Нуретдин улы

Просмотров: 549

ФӘХРЕТДИНОВ Ривал Нуретдин улы (3.3.1946, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Иҫке Елдәр а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Елдәр а.), биолог. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып Химия ин‑тында (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р); 1987 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: дир. урынбаҫары, 1993 й. — директор. 1998 й. алып “КогалымНИПИнефть” ААЙ дир. урынбаҫары; 2000 й. — “Венсис” мәғлүмәттәр системаһы лаб. президенты (Һамар ҡ.), 2009 й. алып Бөтә Рәсәй Үткәргес торбалар төҙөү һәм эксплуатациялау б‑са ҒТИ‑ның, 2010 й. — «“ХимСервисИнжинирг” киң профилле компанияһы» ЯСЙ‑ның ген. дир. (икеһе лә — Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре нефттең металл‑порфирин комплекстарын өйрәнеүгә, юғары аминдарҙы синтезлауға һәм уларҙы нефть сәнәғәтендә химик реагенттар сифатында файҙаланыу, нефть сығарыу ятҡылыҡтарын проектлау б‑са программа м‑н тәьмин итеүҙе булдырыуға арналған. Ф. ҡатнашлығында үҫемлектәрҙең Бисол иммуномодуляторы һәм уның гербицидтар м‑н глифен, глипофен, метафен композициялары (Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑ты м‑н берлектә, Мәскәү); нефть табыуҙы интенсификациялау, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн реагенттар һәм технологиялар эшләнә; нефть ятҡылыҡтарын мониторингылау өсөн ТРИАС һәм ЕОR программалары уйлап табыла. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 120 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1979).

У.М.Джемилев

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019