Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРМӘ

Просмотров: 763

ТИРМӘ, күсмә төрки һәм монгол халыҡтарында күсереп йөрөтмәле торлаҡ. Башҡорттар йәйләүҙә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) күберәк төрки (һөҙәк көмбәҙле), һирәгерәк монгол (түбәһе конус рәүешендә; Көнсығыш Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш райондарында осрай) тибындағы Т. йәшәгән. Т. каркасы ағас кирәгәләрҙән (ҡанат; оҙонлоғо яҡынса 2,2, бейеклеге 1,5 м) ҡоролған, уларҙың һаны (ғәҙәттә 5—7, ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем) торлаҡ ҙурлығын (төрки тибындағы Т. диам. — яҡынса 8—9 м, монгол тибындағы Т. — 6 м тирәһе) билдәләгән. Түңәрәк б‑са йыйылып, бер‑береһенә бау йәки ҡайыш м‑н беркетелгән кирәгәләр араһына бер йәки ике яҡҡа асмалы ишек ҡуйылған. Каркастың өҫкө өлөшө биҙәкле таҫма (башҡор, кирәгә башы) м‑н тарттырылған. Т. көмбәҙе махсус һайғауҙарҙан (уҡ) эшләнгән, өҫкө остары төтөн сығыу өсөн ағас ҡоршау (сағараҡ; диам. яҡынса 1 м; аҫҡы яҫылыҡта ярыҡтар булған) м‑н беркетелгән. Т. стеналары — тура мөйөшлө (кирәгә кейеҙе), көмбәҙе трапеция рәүешендәге кейеҙ (өҙөк кейеҙе) м‑н көпләнгән, һуңынан ергә ҡағылған ҡаҙыҡтарға арҡан м‑н тарттырып бәйләнгән. Ямғырлы көндәрҙә көмбәҙ махсус кейеҙ (төндөк) м‑н ҡапланған. Башҡортостандың үҙәк райондарында, башлыса Дим й. басс., көмбәҙе Т. уртаһына ҡуйылған бағананан (урта бағана) кирәгәләргә тарттырылған һәм тышҡы яҡтан ҡаҙыҡтар м‑н нығытып бәйләнгән баулы арҡандан эшләнгән Т. осраған. Иҙәненә септә, уның өҫтөнә кейеҙ, балаҫ йәйелгән. Т. эске яғы ишеккә һәм үҙәккә ҡарата йыйыштырылған, ирҙәр (ишектән һул яҡта) һәм ҡатындар (уң яҡта) яғына бүленгән (ҡара: Традицион интерьер). Ишеккә ҡаршы, усаҡ артында (көмбәҙ аҫтында) түр баш булған, унда ҡунаҡ йыйғандар, табын ҡорғандар, урын эшләгәндәр. Ирҙәр яғына (оло яҡ) стеналарға ир‑егет һәм ҡатын‑ҡыҙҙың байрам кейемдәре (ҡара: Башҡорт кейеме), семәрле эйәрҙәр, байрамда ҡулланылған ат егеү кәрәк‑ярағы, ҡорал, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу кәрәк-ярағы, намаҙлыҡтар һ.б. эленгән. Шаршау м‑н бүленгән ҡатындар яғында традицион йыһаз, махсус аҫлыҡта (һаба аяғы) һаба торған. Йыйын, майҙан, туй, һабантуй һ.б. традицион байрамдар ваҡытында ҡунаҡтар өсөн аҡ Т. (аҡ кейеҙ м‑н ябылған) ҡоролған. 20 б. аҙ. алып респ. Т. эшләү традициялары тергеҙелә; Т. “Ағиҙел”, «“Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге”», “Агроресурс” (Мәсетле р‑ны) ЯСЙ‑лары, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең “Дуҫлыҡ фабрикаһы” Башҡ‑н респ. ойошмаһы (Стәрлетамаҡ ҡ.) пр‑тиеларында һ.б. етештерелә.

Әҙәб.: Н и к о н о р о в а  Е.Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

Л.Д.Хәлисова, С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019