Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВ Хәлиулла Мөхәмәтрәхим улы

Просмотров: 328

РӘХИМОВ Хәлиулла Мөхәмәтрәхим улы, Х ә л и л х ә ҙ р ә т [1863, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Түб. Таулыҡай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1927, шунда уҡ], дин әһеле, мәғрифәтсе. Йәдитселек яҡлы була. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлаған, Муллаҡай мәҙрәсәһендә, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1893 й. алып мәсеттә имам‑хатип һәм бер үк ваҡытта Таулыҡай мәҙрәсәһе мөҙәрисе. Р. булышлығында 1906 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Үрге Таулыҡай а. яңы ысуллы мәктәп асыла. Хәйриә м‑н шөғөлләнә. Диндарҙар фекеренсә, күрәҙәселек һәм гипноз м‑н дауалау һәләте булған. Ш.Бабич һәм Ә.Ә.Вәлидов м‑н таныш була. Дини китаптар һәм методик әсбаптар авторы.

Х е ҙ м.: Әүлиәләрҙе аҙғындар хурлауынан яҡлау. Ырымбур, 1914.

Әҙәб.: Ү т ә б а й ‑ К ә р и м и Р. Хәлиулла‑хәҙрәт һабаҡтары //Ватандаш. 1997. №11.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019