Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨННӘ, хикәйәләр

Просмотров: 300

СӨННӘ (ғәр. — ғәмәл, холоҡ, асыл образы), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ғәмәлдәрен һәм әйткәндәрен тасуирлаған хикәйәләр (сөнниҙәрҙә — хәҙистәр, шиғисыларҙа — хәбәрҙәр). 7—9 бб. формалаша; исламдың бөтә ағымдары (ҡара: Сөнниселек, Суфыйсылыҡ, Шиғисылыҡ) тарафынан таныла. Ҡөрьәнде аңлатыу һәм тулыландырыу өсөн хеҙмәт итә, хоҡуҡи (ҡара: Шәриғәт, Фикһ) һәм дини‑этик нормалар сығанағы булып тора. С. өйрәтеү мосолман дини белемен биреүҙең мөһим өлөшө тип иҫәпләнә (ҡара: Дини белем биреү). С. һәр хәҙисе иснадтан (хәҙис тәфсирен тапшырған кешеләрҙең исемлеге) һәм мәтнәнән (текст) тора. Хәҙистәрҙең сәхих (“дөрөҫ”, ҡануни тип танылған), хәсән (“яҡшы”), зәғиф (“көсһөҙ”) төркөмдәре айырыла. 6 С. йыйынтығы ҡануни тип һаналған, уларҙың киң танылғандары Мөхәммәт ибн Исмәғил әл‑Бохари (810—870) м‑н Мөслим ибн әл‑Хажаж ән‑Нишапури (817—875) тарафынан төҙөлгән.

Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019