Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Фәниә Байгилде ҡыҙы

Просмотров: 339

СӨЛӘЙМӘНОВА (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы [18.2.1939, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Һыртлан а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], йырсы, журналист. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1983). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1962; А.Х. Чемборисова класы) Башҡ. филармонияһының эстрада солист‑вокалисы, 1970 й. алып Өфө йорттар төҙөү‑фанер комб‑ты клубының музыка мәктәбендә уҡыта. 1971 й. башлап “Башҡортостан” ТРК‑ның радиотапшырыуҙар студияһы мөхәррире, 1977 й. — өлкән мөхәррире, 1990—2004 йй. комментаторы. С. репертуарында башҡ. (“Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”), татар (“Ауыл көйө”, “Сөмбөл”) халыҡ йырҙары, Б.М.Ғайсин, З.Ғ.Исмәғилев, С.Ғ.Садиҡова, Р.Х.Сәхәүетдинова, Х.Ф.Әхмәтов, Р.М.Яхин һ.б. композиторҙарҙың романстары һәм йырҙары. “Илһам”, “Йыр менән ҡанатланып”, “Музыка донъяһы”, “Студияла осрашыуҙар”, “Таныш булығыҙ”, “Тере хәтер”, “Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?”, “Халыҡ моңон халыҡ күңеленә” һ.б. радиотапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1996).

Н.Ә.Хөббөтдинова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019