Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫБЫҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 342

СЫБЫҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 122 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 110 кеше; 1920 – 249; 1939 – 331; 1959 – 514; 1989 – 159; 2002 – 111; 2010 – 97 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1737 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 24 йортта 125 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019