Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБАҠТЫ, күл

Просмотров: 701

САБАҠТЫ, Йәнгел й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Күсем руднигы а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 2,4 км2, оҙонлоғо — 2,3 км, уртаса киңлеге — 1,0 км, уртаса тәрәнлеге — 2,8 м (макс. — 6,0 м), һыу күләме — 5,1 млн м3; һыу йыйыу майҙаны — 9,0 км2. Тектоник күл, ҡарамалыташ свитаһы базальттарында, кремнийлы һәүерташтарында, ирәндек свитаһы андезибазальттарының туфтарында һәм лаваларында барлыҡҡа килгән; соҡоро табаҡ һымаҡ. Тымыҡ күл; Яҡтыкүл м‑н һаҙлы муйын аша тоташҡан. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Һыуы сөсө, натрий‑магний‑содалы. Күл эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк, көньяҡ‑көнсығышы текә. Тирә‑яғындағы ландшафы ҡайынлыҡтарҙан, һирәгәйгән ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан тора. Күл буйы урман һәм болон үҫемлектәре м‑н ҡапланған, асыҡ урындарҙа күбеһенсә ҡуян кәбеҫтәһе һәм ҡанүлән осрай. Ташлы урындарҙа альп астраһы, сәнскәк ҡуян кәбеҫтәһе һ.б. үҫә. Көнсығышта һирәгәйгән ҡайынлыҡтар Урал аръяғы далаларына күсә. Күлдә — ҡарабалыҡ, табан балыҡ һ.б., яр буйында һуна өйрәк, бүрекле мәрйенгүҙ, сумғыс өйрәк, күл аҡсарлағы, көйөлдө һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Илл.: Сабаҡты күле

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019