Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫБАРКҮЛ, күл

Просмотров: 391

СЫБАРКҮЛ, Моғаҡ й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) тамағындағы күл. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 10,0 км2, оҙонлоғо 5,1 км, уртаса киңлеге 1,9 км, уртаса тәрәнлеге 2,0 м (макс. – 3,5 м), һыу күләме 20,4 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 369,0 км2. Тектоник күл, урта, өҫкө девон (эзбизташ, балсыҡлы һәүерташ, ҡомташ) һәм аҫҡы карбон (аргиллит, алевролит, ҡомташ, эзбизташ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, соҡоро табаҡ һымаҡ; төбө ләмле. Туйыныуы ҡатнаш. Күл мезотрофлы. Ярҙары һөҙәк, һаҙланған, көнсығыш яғында дамба төҙөлгән, көньяғында Сыбаркүл һаҙлығы урынлашҡан. Ландшафы көнбайыш өлөшөндә – һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандарынан һәм ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан; көнсығыш өлөшөндә ябай ҡара тупраҡтағы ҡылғанлы‑төрлө үләнле далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Яр буйҙарын екән, күрән, ҡамыш, мамыҡбаш күрән, һыу үләне ҡаплаған. Алабуға, ҡарабалыҡ, ҡарағанат, ҡорбан, ҡыҙылғанат, суртан, һоро өйрәк, сытырҙаҡ сөрәгәй йәшәй. Күсәр ҡоштар ала ҡаҙ, көйөлдө, ышылдаҡ аҡҡош туҡтала. Күлдә упҡындар һәм күтерҙәр бар, “йөҙөп йөрөгән утрауҙар” күҙәтелә.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Илл.: Сыбаркүл

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019