Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕҒОЛОВ Айрат Рәүеф улы

Просмотров: 293

ТЕРЕҒОЛОВ Айрат Рәүеф улы (30.10. 1957, Өфө), график. РФтың (2014) һәм БРҙың (2004) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Тереғоловтар нәҫеленән. БДПИны тамамлаған (1985). 2015 й. алып БДХМ директоры. Төрлө техникала (офорт, ҡоро энә, линогравюра, ағаста гравюра, ҡатнаш техникалар, компьютер дизайны һ.б.) эшләгән Т. ижадына художество теленең экспрессивлығы, форма һәм киңлекте иркен сағылдырыу, гротеск образдары, графика манераһын шымартыуға ынтылыш хас. 20 б. 80‑се йй. К.Ғ.Ғөбәйҙуллин ижады йоғонтоһонда офорттарында йөкмәткеһенә драматизм һәм образдар тулылығын тәьмин итеүсе ҡара фон өҫтөнлөк итә (“Баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡ”, “Ҡарға”). 80‑се йй. аҙағынан Т. формаларҙы стилләштереү һәм донъяға үҙенә бер төрлө ҡарауҙан ғибәрәт булған үҙ почеркы барлыҡҡа килә; ул кешеләрҙең үҙара мөнәсәбәтенә, тойғо, хистәренә арналған сарказмлы рәсемдәр төшөрә (“Ирҙәр уйынысерияһы); 90‑сы йй. аҙағынан соц. проблемаларға мөрәжәғәт итә (“Башҡорт пасторале”). 21 б. башынан графикаһындакөсөргәнешле хистәр һәм бер үк ваҡытта авторҙың ситтән ҡарашы (“Габитуссерияһы), абстракт композицияларында виртуоз техника, линиялар, формалар экспрессияһы (“Инстинктсерияһы) һиҙелә. Шулай уҡ рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. “Инйәрижади төркөмө ағзаһы (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1981 й. алып күргәҙмәләрҙә (ш. иҫ. 100‑ҙән ашыу конкурс күргәҙмәһендә) ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1990, 1995, 2001, 2007, 2009, 2012, 2014—16), Копенгаген (1995, 1996), Силәбе (1995, 2008), Мәскәү (2001), Ҡазан (2002, 2008), С.‑Петербург, Байя Маре (Румыния; икеһе лә — 2005), Стәрлетамаҡ (2016) ҡалалары.

Эштәре БДХМ (Өфө), Хәҙ. сәнғәт музейы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург), И.И.Машков ис. Волгоград һынлы сәнғәт музейы, Ирбит һынлы сәнғәт музейы, Сыуаш художество музейы (Чебоксар) коллекцияларында, донъяның 10‑дан ашыу илендәге музей һәм галереяларҙа һаҡлана. Урал баҫма графика триенналеһы (Өфө; 1998, 2007), “УралХТөбәк художество күргәҙмәһе (Силәбе, 2008); Бөтә Рәсәй экслибрис конгресы (Вологда ҡ., 2004); халыҡара баҫма миниатюра (Сеул, 1996), “Carbunari” бәләкәй гравюра салоны (Байя Маре, Марамурес ҡҡ., Румыния; 2005), “Impression — Expression” бәләкәй графика формалары салоны (Катовице ҡ., Польша) күргәҙмәләре, баҫма сәнғәт триенналеһы (София), гравюра (Эвора ҡ., Португалия; бөтәһе лә — 2007), баҫма сәнғәт (Истанбул ҡ., Төркиә; 2008), хәҙ. экслибрис (Мальборк ҡ., Польша; 2009) биенналелары һ.б. лауреаты. БРҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2016), Ғ.Сәләм ис. пр. (1990) лауреаты.

Әҙәб.: Художники Республики Башкортостан: альбом‑кат. Уфа, 2009.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019