Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРМОШ‑КӨНКҮРЕШ ЖАНРЫ

Просмотров: 603

ТОРМОШКӨНКҮРЕШ ЖАНРЫ, көндәлек (рәссам йәшәгән осорға хас булған) шәхси һәм ижт. тормошҡа арналған һынлы сәнғәт жанры. Т.‑к.ж. рәсем сәнғәте төп урынды алып тора. Тормош‑көнкүреш мотивтары ш. уҡ графикалатаралған, скульптура һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә киң ҡулланыла. Т.‑к.ж. ысынбарлыҡты сағылдырыу даирәһе бик киң: замандаштарҙың образдарын, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәрен сағылдырған мөһим һәм ҡатмарлы ваҡиғалар м‑н бер рәттән төрлө тормош күренештәрен кәүҙәләндерә. Башҡортостандың һынлы сәнғәтендә Т.‑к.ж. 20 б. башында барлыҡҡа килә: П.В.Мальковтың “Архиерейка башҡорттары” (1924), В.С.Сыромятниковтың “Йәйләүҙә кис” (1927) һәм “Ҡатын‑ҡыҙҙар яғының ҡунаҡтары” (1936), Ю.Ю.Блюменталдең “Башҡорт йәйләүе күренеше” һәм “Ҡымыҙға” (икеһе лә — 1928) эштәрендә башҡорттарҙың тормошо, милли кейемдәренең үҙенсәлеге сағылдырылған. Заман ваҡиғаларына һәм Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының “сәнғәтте хеҙмәтсән халыҡ тормошона яҡынайтыу” саҡырыуына яуап булараҡ индустриялаштырыу, коллективлаштырыу, мәҙәниәт төҙөлөшө темалары барлыҡҡа килә. Уларҙа 20 б. 1‑се ярт. башҡ. һынлы сәнғәтенә хас һыҙаттар — документализмға һәм композицион ҡоролоштоң аныҡлығына ынтылыш асыҡ сағыла. И.И.Урядовтың Өфө урамдарына асфальт түшәү” һәм “Кадрҙар әҙерләү” (икеһе лә — 1932), А.В.Храмовтың “Паровоз депоһында” (1932), И.Н.Самариндың “Пионерҙар. Кадрҙар әҙерләү” (1935) картиналары илдең ижт.‑сәйәси тормошондағы үҙгәрештәрен күрһәткән сюжеттарға нигеҙләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Т.‑к.ж. темалары тарихи жанр темалары м‑н тығыҙ бәйләнә: Ҡ.С.Дәүләткилдеевтең “Фронтҡа икмәк” (1942), В.П.Андреевтың “Фронтҡа оҙатыу” (1943), П.П.Размолодинаның “Фронттан хат” (1948) эштәре.

50‑се йй. алып Т.‑к.ж. ауыл хеҙмәте темаһы артабан үҫешә: Урядовтың “Тәүге бураҙна” (1956), Ф.А.Кащеевтың “Ҡош ҡараусы” (1969), В.А.Поздновтың “Һауынсылар” (1974) картиналары. Был тема ш. уҡ графикала сағылыш ала: Э.М.Сәйетовтың “Яҙғы мәшәҡәттәр” (1974), “Йәшел ураҡ” (1979), З.Ғ.Ғаяновтың “Йылы кис” (1984), А.Г.Королевскийҙың “Хәҙерге Башҡортостан” (линогравюра; 1969) эштәре. Индустрия тематикаһына арналған В.А.Смагиндың “Ҙур химия төҙөлөшөндә” (1963), Р.М.Нурмөхәмәтовтың “Нефтселәр төбәгендә” (1969), А.А.Кузнецовтың “Салауат урмандарында” (1967), А.В.Веселовтың “Самотлор. Вертолёт” (ҡағыҙ, акв.; 1976), В.А.Руденченконың “Арлан нефтселәре” (1974) картиналары асыҡ “ҡырыҫ стилдә” яҙылып, ғәҙәти хеҙмәт көндәре героикаһын сағылдыра. Башҡортостан рәссамдары ижадында ғаилә һәм тыуған яҡ темалары киң сағылыш ала: Кащеевтың “Башҡорт ҡымыҙы” (1966), Нурмөхәмәтовтың “Батыр тураһында легенда. Тыуған ауылда”, П.П.Салмасовтың “Әсә булыу” (икеһе лә — 1967) һ.б. эштәре.

Ә.Ф.Лотфуллиндың “Башҡортостандың Урал аръяғы. Һабантуйға” (1964) һәм “Өс ҡатын” (1969), Кузнецовтың “Бөрйән ҡатындары” (1970) картиналары үҙенсәлекле милли колорит һәм халыҡ тормошон художестволы сағылдырыу м‑н айырылып тора. 80‑се йй. аҙ. башлап был йүнәлештә рәссамдар И.Ҡ.Ғәзизуллин (“Ҡунаҡҡа”, 1986), М.Д.Кузнецов (“Әсә иҫтәлегенә. 1956 йыл”, 1988), Д.Н.Ишемғолов (“Хәйерле кис, Фатима өләсәй”, 1992), И.И.Фартуков (“Никах”, 1993), М.И.Дәүләтбаев (“Көйәнтә менән”, 1996), Х.С.Фазылов (“Төш”), А.Р.Тереғолов (“Өс болот”; офорт; икеһе лә — 1998), О.А.Самосюк (“Һөнәрҙәр” серияһы, акватинта; 2001) һ.б. эшләй. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә Т.‑к.ж. Т.П.Нечаеваның (“Өс туған бейеүе”; фарфор, глазурь; 1955), В.Г.Кузнецованың (“Һәйбәт үҫә”, керамика; 1990), Л.Н.Ғәлиеваның (“Көнсығыш” коллекцияһы, авторҙың фарфор массаһы; 1993—97) ваҡ һынлы эштәрендә; Ю.С.Грушевскийҙың  (“Сәй эскәндә”, 1968), М.Ҡ.Яҡуповтың (“Көтөүсе малай”, 1969) сүкелгән барельефтарында; А.Ш.Ҡоҙаяровтың лаклы миниатюраларында (“Ҡыҙылтүштәр”, 1994) һәм “Ағиҙел” ДУП‑ы рәссамдарының эштәрендә үҫеш ала.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019