Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОФИМОВ Фёдор Егорович

Просмотров: 397

ТРОФИМОВ Фёдор Егорович (20.12. 1938, Ырымбур өлк. Константиново а. — 5.9.2009, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Пенза художество уч‑щеһын тамамлаған (1962). Рус сәнғәтенең реалистик традицияларын дауам итеүсе. Әҫәрҙәре тарихи дәүерҙәрҙе, замандаштарының тормошон сағылдыра; уларҙы аныҡ һүрәт, композиция һәм төҫтәрҙең бөтөнлөгө, образдарҙың тәьҫирлелеге характерлай. Айырыуса күренекле эштәренән “Йәшлек” (1977), “Салауатҡа юл” (1978), “Яңы Өфөнө төҙөүселәр” (1979) картиналары яҡты, поэтик рух м‑н һуғарылған, ш. уҡ Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Ҡыҙыл майҙан. 1941 йылдың 7 ноябре” (1987) эпик рәсеме һәм “Эльба ярында осрашыу” (1989) картинаһы киң билдәле. Башҡ. нефтселәре (“П.Воеводин портреты”, 1977), Б.В. һуғышы ветерандары (“Советтар Союзы Геройы И.Д. Ромашкин портреты”, 1979), замандаштарының (“Тәфтишсе П.И.Сысолятин”, 1979; “Европа чемпионы А.Черкасов”, 1990; “Шағир А.Филиппов”, 1994; “Рәссам С.Литвинов”, 2003) портреттары; лирик (“Йоматауҙа май”, 1975) һәм индустриаль (“Нефть вышкалары менән пейзаж”, 1976) пейзаждар, пейзаж сериялары (“Аксаков мотивтары”, “Көньяҡ Урал”, 1994—97) авторы. 1966 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Эске эштәр министрлығы музейы, Хәрби дан музейы, Бөрө социаль‑педагогия академияһының картиналар галереяһында, Екатеринбург һынлы сәнғәт музейында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Художники Республики Башкортостан: альбом‑кат. Уфа, 2009.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019