Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТАУ БӨРКӨТӨ”, балеты

Просмотров: 491

ТАУ БӨРКӨТӨ, Н.Ғ.Сабитов м‑н Х.Ф.Әхмәтовтың 3 шаршаулы балеты. 1954 й. яҙылған. Премьераһы 1959 й. БДОБТ‑ла үтә (либретто авторы Х.Ғ.Сафиуллин, балетм. К.Д.Карпинская, дирижёры Сабитов, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Ф.М.Саттаров (Салауат), Г.Ғ.Сөләймәнова (Әминә), Н.Ғ.Вәлитова (Гөлбәзирә), Ф.С.Йосопов (Бохайыр), В.А.Григорин (Пугачёв). Сюжет нигеҙендә — Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоро ваҡиғалары. Әҫәрҙә башҡ. халҡының милли геройы Салауат Юлаев образы кәүҙәләндерелә. Муз. драматургияһы образ‑интонациялар контрастына ҡоролған, халыҡ йырҙары һәм жанрлы бейеүҙәр темалары м‑н һуғарылған. Балеттың хореографик теле пантомима, классик һәм халыҡ бейеүҙәрен үҙ эсенә ала.

Әҙәб.: А х м е т о в а  Г.Х. Нариман Сабитов: камерно‑вокальное творчество. Уфа, 1982; А х м а д е е в а  Г.Н. Башкирский балет. Уфа, 2003.

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова  

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019