Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕМӘС МУЗЕЙЫ

Просмотров: 386

ТЕМӘС МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы (1989). Баймаҡ р‑ны Темәс а. урынлашҡан. 1963 й. йәмәғәтселек башланғысында Темәс урта мәктәбе эргәһендәге музей булараҡ ойошторола, 1989 й. алып Темәс тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозицияһы 1989 й. асыла. Музей фондында 3 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидовтың эш өҫтәле, 1917—19 йй. архив документтары һәм фотографиялары; ҡатын‑ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүестәре, 19 б. тормош‑көнкүреш әйберҙәре; еҙҙән, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы; сармат ҡылысы (б.э.т. 4—2 бб.); этнографик, нумизматик коллекциялар, Граждандар һуғышы, Беренсе донъя һуғышы осоро ҡоралдары. 4 залда урынлашҡан экспозиция археология һәм этнография, Темәс а. һәм Баймаҡ р‑ны тарихы; Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре Ю.Ю.Бикбов, Вәлидов, А.Н.Йәғәфәров, М.А.Ҡулаевҡа арналған бүлектәрҙән тора. “Батырша етәкселегендәге ихтилал” диорамаһы бар. Музейҙа тематик лекциялар, балалар ижады конкустары үткәрелә. Музей бинаһы 19 б. аҙ. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора, унда Бөрйән‑Түңгәүер кантонының улус идараһы, 1919 й. ғин.-мартында Башҡорт хөкүмәте урынлашҡан була; 1919 й. февр. 1‑се Бөтә башҡорт хәрби съезы үтә. 2001 й. музей терр‑яһында Вәлидов бюсы ҡуйыла (скульпторы Х.Х.Ғарипов).

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019