Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРОВ Азамат Камил улы

Просмотров: 363

ТИМЕРОВ Азамат Камил улы (14.2. 1969, Баймаҡ ҡ.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2006) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1994; Д.М.Мусин класы). 1993 й. алып Сибай филармонияһы, 2007 й. — “Мираҫ” бейеү ансамбле, 2008 й. – Башҡ. филармонияһы солисы. Киң диапазонлы моңло тауышҡа эйә. Башҡарыу сәнғәте сағыу образлылыҡ, тәьҫирлелек һәм импровизацияға әүәҫлек м‑н айырыла. Башҡ. халҡының оҙон көй башҡарыу традицияһын дауам итеүсе. Репертуарында 50‑нән ашыу башҡ. халыҡ йыры, ш. иҫ. “Абдрахман кантон”, “Буранбай”, “Кәмәлек”, “Ҡара юрға”, “Сибай”, “Урал”, “Хисам”, “Эскадрон”; Х.А.Дәүләтов, Р.В.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Ю.Х.Үҙәнбаев, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары. С.‑Петербургта БР мәҙәниәте көндәрендә (2001), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 2006), Мәскәүҙә (2007) БР көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй, Германия, Греция, Ҡытай, Франция буйлап гастролдәрҙә була. “Яҙғы моңдар” Респ. башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Өфө, 1992), “Татар йыры” Халыҡ‑ара конкурсы (Ҡазан, 1995), “Ирәндек моңдары” Төбәк башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сибай ҡ., 1996), Халыҡ‑ара эстрада, фольклор музыкаһы һәм бейеүе фестивале (Ҡара-Күл ҡ., Ҡырғыҙстан, 2000) лауреаты.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019