Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРИК Борис Яковлевич

Просмотров: 390

ТОРИК Борис Яковлевич (26.5.1932, Мариинск ҡ. – 9.10.2015, Омск ҡ.), йырсы (бас), сценограф. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1981). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы (1953), Халыҡ‑ара муз. эшмәкәрҙәре союзы (1996) ағзаһы. 1955 й. Ленинград консерваторияһында уҡыған. Новосибирск консерваторияһын тамамлаған (1961). 1948 й. алып Новосибирск опера һәм балет театры рәссамы, 1956 й. — солисы, 1961 й. башлап Пермь опера һәм балет театры солисы, 1962—83 йй. БДОБТ солисы, 1993—94 йй. баш рәссамы, 1983 й. алып “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының (икеһе лә — Өфө), 1986 й. — Орёл драма театрының, 1987—92 йй. Омск муз. театрының баш рәссамы. 1995 й. башлап Омск ҡ. йәшәгән һәм эшләгән. Һоҡланғыс тембрлы тауышҡа эйә була. Т.‑йырсының башҡарыу манераһы артист оҫталығы, сәхнәлә образды тулы асыуы м‑н айырыла. Опера һәм балет театры сәхнәһендә 60‑тан ашыу партия башҡара: Мефистофель (“Фауст”, Ш. Гуно), Дон Базилио (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Филипп II (“Дон Карлос”, Дж. Верди), Мельник (“Һыуһылыу” — “Русалка”, А.С. Даргомыжский), Гремин (“Евгений Онегин”, П.И. Чайковский) һ.б. Концерт репертуарында башҡ. комп., донъя һәм ватан классиктарының әҫәрҙәре. Сценограф булараҡ Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Рәсәй театрҙары сәхнәләрендә 100‑ҙән ашыу спектакль биҙәй. 1960—90 йй. БДОБТ (“Салауат Юлаев”, Дж.Пуччиниҙың “Богема” опералары, 1995 һ.б.), Башҡорт драма театры (“Нисә йәш һиңә, комиссар?”, Ә.Һ.Бикчәнтәев, 1969), Урыҫ драма театры (“Берҙән‑бер шаһит” — “Единственный свидетель”, А. һәм П. Тур, 1971), Милли Йәштәр театры (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, М.А.Буранғолов, 1989), “Нур” театры (“Аршин мал алан” муз. комедияһы, У.А. Гаджибеков, 1992) постановкаларына сәхнә ҡоролоштары һәм костюм эскиздары, Ҡурсаҡ театры [“Мин — себеш, һин — себеш” (“Я — цыплёнок, ты — цыплёнок”), Г.Д.Усач һәм Е.П. Чеповецкий, 1971] өсөн ҡурсаҡ эскиздары һәм декорациялар, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфө циркы артистары өсөн сәхнә костюмдары эшләй. Шулай уҡ станок графикаһы, рәсем сәнғәте (пейзаждар, портреттар, шарждар) өлкәһендә эшләй. 1952 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1975, 1982), Омск (1998, 1999, 2000—02, 2004—08). Эштәре БДХМ, БДОБТ музейы, Театр сәнғәте, “Либеров үҙәге” художество музейҙары (икеһе лә — Омск), “Никор” галереяһы (Мәскәү) һ.б. коллекцияларында һаҡлана. Бөтә Рәсәй драма, музыка һәм балалар театрҙарының спектаклдәре смотры лауреаты (Өфө, 1967).

Әҙәб.: К о в а л ь Ю. Талант самородный //Бельские просторы. 2008. №2.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова  

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019