Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОТМАНОВА Ася Валентиновна

Просмотров: 389

ТОТМАНОВА Ася Валентиновна (5.11.1954, Өфө), бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1975). 1970 й. алып “Шаратын” Абхаз халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1971 й. — Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 й. башлап “Башҡортостан” концерт залының “Гранде” бейеү ансамбленең балетм.‑ҡуйыусыһы, бер үк ваҡытта етәксеһе. Үҙенсәлекле бейеүсе, башҡарыу сәнғәте музыкаль-һығылмалы баҙыҡлыҡ, стиль һиҙемләүе һәм виртуоз техника м‑н айырылып тора. “Бишбармаҡ”, “Бүләк”, “Һыу буйында” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Т. героинялары оптимизм һәм бөтмәҫ дәрт м‑н тулы (украин бейеүе “Гопак", татар — “Яҙғы ташҡын”, мари — “Кис ҡапҡа төбөндә”, урыҫ — “Кадриль”, грек — “Сиртаки”). БАДТ сәхнәһендә Н.Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” спектакленә бейеүҙәр ҡуя. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) һәм Татар (1989) АССР‑ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Германия, Испания, Италия, Чехословакия, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре смотры дипломанты (Мәскәү, 1978).

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019